Ҡатай эйәре. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

* * *


Ҡатай эйәре
Түребеҙҙә генә тора
Олатайым эйәре,
Күпме тарих килеп еткән
Шул эйәргә эйәреп!
Өйрәк башлы эйәрҙәрҙең
Сығышы - быуаттарҙа,
Урал, Алтай, Аҙау диңгеҙ
Иңләп сапҡан яҡтарҙа...
Ҡытай тупрағында ҡалған,
Эйәребеҙ, атыбыҙ,
Хатта исем биреп киткән
Ҡатай атлы затыбыҙ.
Өйрәк башлы эйәр күрһәң
Ҡаҙаҡ далаларында,
Туғаным, тип эйәһен ҡос -
Башҡорт ҡаны бар унда!
Йәнә кем туған икәнен
Күрһәтә был монаят,
Халайыҡтар араһында
Кем яҡын, кем ете-ят.
Ҡатайҙы дауға яратты,
Тигәндәр боронғолар,
Даулашһа ла ҡан ҡоймаған
Һис сәбәпһеҙҙән улар.
Инселәнмәгән был эйәр
Йөрөтөргә ҡурҡаҡты,
Мәкерлене, һатлыҡтарҙы,
Эш-һөнәргә йомшаҡты.
Ил һаҡлаған ҡанбабалар
Ял белмәй эйәр-аты,
Затлы һарайҙар һалырға
Теймәгән тик форсаты.
Вариҫтарға ҡалған бары
Ошо ябай мираҫы,
Эйәрҙәр ҡала тора шул
Ауһа ла яуҙа аты.
Ҡәһәрле утыҙ етелә
Ауып ҡалған олатай,
Күпме эйәрҙәр буш ҡалған,
Яуһыҙ ҡырылған ҡатай,
Дауһыҙ ҡырылған ҡатай!
Улына ҡалған эйәре,
Атай ҙа юҡ, ат та юҡ,
Ҡайҙа ятып ҡалғанлығын
Асыҡларға хат та юҡ.
Тик эйәр - заттың шаһиты
Манҡортлоҡтан ҡурсыусы,
Ырыу ыҙанын һаҡлаусы,
Ҡан хәтерен тотоусы;
Алтын түгел, көмөш түгел
Ҡанбаба ҡомартҡыһы,
Ир намыҫын әләм иткән
Үткәнебеҙ сатҡыһы.
Ҡалдырам ейәндәремә
Олатайым мираҫын,
Эйәрһеҙ ҡала күрмәһен
Ырыуҙың тарих аты...


2014